МОРТАЗА ҒӨБӘҘУЛЛА УЛЫ БАЛА САҠТА БАШЫМДАН ҺЫЙПАҒАЙНЫ...
АУЫР ТУПРАҒЫ ЕҢЕЛ БУЛҺЫН....
Кисә Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов беҙҙең аранан китте...
Яңылыш шаҡ ҡатырҙы, оло юғалтыу хисе уятты...
90-сы йылдар башында Мортаза Ғөбәйҙулла улы беҙҙең районға килде.
Тыуған ауылым, Дыуан-Мәсетле ауылы советы, район сигенә иң яҡыны, беренсеһе. Шуға ла беҙҙең ауыл халҡы уны юлда ҡаршы алырға тейеш ине. Тирмә ҡоролды, һый әҙерләнде.
Беҙҙе, мәктәп ҡурайсылар ансамлен дә саҡырҙылар. Бәләкәй генә малаймын. Кортедж килде, Мортаза ағай сыҡты. Ҡурайҙа уйнай башланыҡ. Барыһы ла тирмә яғына ыңғайлағанда, ул беҙҙең янға килеп үк моңдо тыңланы. Көй бөткәс кенә тирмәгә китте.
Беҙ уны телевизорҙан ғына күрә инек. Бәләкәй буйлы, тоҡсон ғына ағай тип белә инек. Машинанан бәһлеүән, оҙон буйлы ағай килеп сыҡҡас, күптәребеҙ шаҡ ҡатты.
Алыҫ юлдан ял итеп, ашап туйып делегация тирмәнән сыҡты. Был мәлдә, беҙҙең ҡыҙҙар "Килегеҙ, килегеҙ беҙҙең яҡҡа", тип йырлап хушлашырға тейеш ине. Әммә, бер кем дә уларға команда бирмәгәнлектән тынлыҡ урынлашты, ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ тыуҙы.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы яныма килеп, башымдан һыйпаны ла: "Улым, әйҙә, уйнап ебәр", тимәһенме.
"Ярай", - тип, ҡаушауымдандыр инде, әллә күмпе сараларҙа уйнап шымарған бейеү көйҙәрен һуҙҙым. Ансамбль миңә ҡушылды.
Моң, ҡаушап ҡалған ауыл халҡын йәнләндерҙе, улар килгән ҡунаҡтарҙы бейергә алып төштө.
Мортаза ағайҙы ла бейеттеләр. Аҙаҡтан, "мин Президент менән бейегән кеше", - тип маһайып йөрөнө ҡайһы бер апайҙар ))).
Күңелдә иң яҡты хистәр ҡалдырҙы Мортаза ағай.
Йылдар үткәс, уның арҡылы йортло ла булдыҡ ("Үҙ йортом" программаһы). Йәш ғаилә, өйләнешкәнгә йыл да юҡ ине. Сит фатирҙарҙа ҡуртымға йәшәп ята инек. Үҙ йортобоҙ оло бүләк, алдағы тормошҡа ҙур этәргес көс булды...
Мортаза ағай, һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Эшләгән эштәрегеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ һис ҡасан онотолмаҫ...
Ауыр тупрағығыҙ еңел, йәнегеҙ йәннәттә булһын...