ИҪӘҮӘНДӘР АРАБЫҘҘА ТУП-ТУЛЫ )))
Элекке йыл Өфөлә автомобилембе берәү юл сатында бәрҙергәйне.
Мин юлдың уң яҡ полосаһында тора инем, ул һул яғында , янымда ғына (бер йүнәлештә). Мин юл сатында туп-тураға киттем, ул һул полосанан мине уҙып кинәт алдымда уң яҡҡа боролдо.
Әлбиттә, ДТП.
Машинаһынан теге водитель сығып, һүгенеп-һүгенеп миңә "Ниңә уңға боролманың", - тисе ))). Ундай ҙа "наглеж"ға иҫең китер.
Әйткәнгә иғтибар итмәй, мин хаҡлынан ары китә алмай. Ярай, ундайҙарға нервы бөтөрөп булмаҫ, ГАИ аңлатыр, тип тыныс ҡына көтә бирҙем.
Аварийный комиссарҙар килгәс тә үҙенекен тылҡыны әле. Тегеләр уны тыңлап та бөтмәй, миңә ымлап, "Он прав", - тиҙәр.
Һуң кем һул полосанан тура, йәки һулға китер урынға уңға борола һуң? Юл ҡағиҙәләрен белмәүлек.
Ярай, йыл ярым-ике йыл элек булған хәлде ниңә иҫкә төшөрәһең, тиерһегеҙ.
Бөгөн килеп икенсе бер урында шундай уҡ хәл ҡабатланды. Ярай ҙа ДТП-һыҙ. Аллаға шөкөр.
Шулай уҡ "куда едешь", - тип һүгенеп ҡысҡырыуҙар ))).
Мда. Ҡайҙан права алаһығыҙ ул һеҙ?
Әйтер һүҙем шул, ипләп йөрөгөҙ, иҫәүәндәр арабыҙҙа туп-тулы )))
P.S. Берәй ваҡыт булғанда "Росгосстрах"тан нисек шул авария өсөн компенсация алыуымды яҙырмын. Унда инде фильм төшөрөрлөк хәлдәр ))