БЕҘ ҺӘР САҠ ТИЕРЛЕК "ҠОЙРОҠТА" ҺӨЙРӘЛӘБЕҘ... АЯНЫС
Бөгөн сираттағы компьютерға башҡорт клавиатураһын ҡуйғанда (башҡорт телендә яҙыу мөмкинлеге) шундай үҙенсәлеккә иғтибар иттем.
Инглиз менән рус телендә:
- Текстты аудиотелмәргә әйләндеререү мөмкинлеге (преобразование текста в речь);
- Телмәрҙе аңлай алыу мөмкинлеге (распознование речи - инглиз телендә генә);
- Ҡулъяҙманы аңлау мөмкинлеге (рукописный ввод)
бар.
Башҡорт телендә юҡ.
Йәғни, беҙ ниндәй ҙә булһа китапты аудиокитапҡа әйләндереп, уны кеҫә телефоны аша тыңлап йөрөй алмайбыҙ. Микрофонға текстты һөйләгәндә ул шунда уҡ электрон текстҡа әйләнмәй. Ҡулдан текст яҙғанда ла ул электрон текстҡа әйләнеп бармай.
Ул ғына ла түгел, беҙ текст йыйғанда ла автомат рәүештә хаталар күренмәй (рус телендә, мәҫәлән, бар).
НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
Был юҫыҡта эшләйһе лә, эшләйһе әле. Ә быға тиклем ҡойроҡта һөйрәләһе...
Аңлайым, был юҫыҡта ҡатмарлыҡтар күп. Ә шулай ҙа...
90-сы, 2000 йылдар башында беҙ күпме йылдар әллә нисә төр башҡорт шрифтын махсус программалар аша компьютерға ҡуйып эшләргә мәжбүр булдыҡ (Хамелеон, мәҫәлән). Бер ерҙә йыйылған башҡорт тексты икенсе ерҙә уҡылмай. Яңынан йыйырға тура килә ине. Ә программалар? Шул уҡ фотошопта башҡорт текстын ҡуйыу/йыйыу мөмкин түгел ине. Башҡалары тураһында яҙып та тормайым. Ғибрәт.
Ярай ҙа Республика Хөкүмәте Windows-ҡа түләп, башҡорт телен, хәрефтәрен системаға индерҙе. Хәҙер хөрриәт - теләгән һәр компьютерҙа (Window 7-нән алып) башҡорт телен бик еңел ҡабыҙып текст йыйырға мөмкин. "Уҡылған" башҡорт шрифт төрө тиҫтәләгән (рус телендә йөҙләгән, эшләйһе бар).
Был аҙым йөҙләгән мәсъәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте. Дизайн, верстка, башҡа бихисап программалар - автомат рәүештә башҡорт шрифтарын/телен күрә башланы. Унан улар кеҫә телефонына күсте һ.б. Хәҙер теләгән гаджетта/программаларҙа башҡортса аралаша алабыҙ. Ҙур алға китеш. Бик ҡыуаныслы хәл.
Бының менән нимә әйтергә теләнем һуң?
Иң үрҙә һанап кителгән, хәл итергә кәрәк мәсъәләләрҙе беҙҙең Хөкүмәттән башҡа бүтән бер кем дә хәл итмәйәсәк. Кәрәкле белгестәрҙе йыйып алыу (ә улар бар), аныҡ маҡсаттар ҡуйыу, иң мөһиме, был эште финанслау - кем быны башҡарһын?
Ваҡытында күрә белгән, алдан әҙерләнгәндең эше һәр саҡ уңа. Шуға ла, был өлкәлә хәл итәһе мәсъәлә бар икән, уны тиҙерәк күреп ҡалып, хәл итә һалыу хуп. Әйтер һүҙем шул...
P.S. Бәлки яҙып үткән мәсъәләләр өҫтөндә эш алып барылалыр ҙа. Барыла икән, бик хуп - бик шатланасаҡмын, ғорурланасаҡмын!