ҠАБИЛЛ-УШТИ (ҠАПЫЛ ОСТО) ҺӘМ АҠБУҘАТ АРАҺЫНДА УРТАҠЛЫҠ НИНДӘЙ?
Күптән түгел бер сит ил авторының фантастик әҫәрен уҡып сыҡҡайным (авторы мөһим түгел). Ул китап аннотацияһында был әҫәр кельт халҡы риүәйәттәренә нигеҙләп яҙылды, ти...
Әҫәрҙә һүҙ ҙур булмаған бер утрау тураһында бара. Унда халыҡ диңгеҙҙән сыҡҡан һыу аттарын эйәләштереп, шулар менән йылына бер тапҡыр ат ярышы уҙғара. Аттар йыртҡыс - тештәре осло. Бер умырһа - атлы аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҙа ҡалыуы мөмкин. Ярыш диңгеҙ яры буйлап бара, аттар һыбайлы кешене һыуға алып китеп батырырға, шунда уҡ ашарға мөмкин...
Әҫәр ярай, буш ваҡытта уҡырға ярай. Иғтибарҙы йәлеп иткәне башҡа. Аттарҙы Ҡабилл-Ушти тип атайҙар. ҠАПЫЛ ОСТО??? ҠАБЫП ОСТО???
Интернет селтәрҙәренән инеп, ҡыҙыҡһынып кельт һәм герман халҡы риүәйәттәрен барлай башланым. Таптым тәки Ҡабилл-Ушти тураһында мәғлүмәт.
Мэн утрауында уны һыу эйәһе, һыу аты, тип һанайҙар. Ул тоноҡ-һоро төҫтә, бик ҡурҡыныс йыртҡыс. Кеше итен ярата, әҙәмде арбап, үҙенә ултыртып, һыу аҫтына алып китергә мөмкин. Ярға сығып кешеләргә һунар итергә лә һәләтле. Ҡабилл-Ушти һыңары булып Эч Ушкья тора. Һуңғыһы тураһында риүәйәттәр киңерәк таралған. Шундай уҡ йыртҡыс, мифик зат...
Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ. Беҙҙең халыҡта Аҡбуҙат эпосы киң билдәле. Аҡбуҙат шулай уҡ һыу аҫтында йәшәй, унда көн итә. Кәрәк саҡта унан ярға сығырға һәләтле. Төҫө күк (аҡ) - тоноҡ һоронан алыҫ түгел. Бер өйөр һыу аҫты аттарына башлыҡ та өҫтәүенә...
Уртаҡлыҡ бармы? Минеңсә, бар.
Гаплагруппа буйынса тикшеренеүҙәр, Европаның бер өлөш халҡы беҙҙең башҡорттар менән ҡәрҙәш, тип дәлилләй. Бәлки, ысынлап та ҡан-ҡәрҙәшлек барҙыр. Риүәттәр, халыҡтар күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, телдән-телгә күсеп йәшәй бирә бит...
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?