Нәҡ минең дә уйҙарҙы яҙып һалған Сәлимйән ағай...
Был Ҡатай йыйындарына тиклем әле мин Дыуан ырыуы ауылы Ҡатайҙыҡы тип интернетта ғау сыға башлағас, был яҙмалар авторы телефон номерын эҙләй-эҙләй табып бәйләнешкә сыҡтым, хаҡ булмауын әйттем... Беҙҙең ауыл тарихсылары, крайҙы өйрәнеүселәр ошолай һөйләй-ҙән ары һүҙ булманы. Йәл әлбиттә, кешеләрҙең тарихты белмәүе, ҡыҙыҡһынмауы менән ҡулланыу бер ырыу ауылын икенсе ырыуға әйләндереүгә илтә (((... ҠЫЙҒЫЛАРҘЫҢ ҠАТАЙҒА ӘЙЛӘНГӘНЕ...
Ҡыуанысҡа күрә, “Бәйләнештә" селтәрендә «Аллағужа Алағуз Абзай Мәсәк Йосоп Ҡыйғы» берләшмәһе бар. Башта уҡ күңелгә хуш килгәне -“Дуҫтар!!! Халҡыбыҙ тарихын бергәләп һаҡлайыҡ!!!» тигән саҡырыу. Бик һәйбәт, яҡташтарым, ырыуҙаштарым. Тарихты тергеҙеү, халыҡҡа, айырыуса йәштәргә еткереү изге эш һәм бурыс.
Күптән түгел Ҡыйғы районының Алағуз (Ҡабыл) ауылында республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында ҠАТАЙ ЫРЫУЫ йыйыны үткәрелде. Төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырып, йыйын үткәреү, күрешеү, аралашыу, бәйгеләрҙә һынашыу һәйбәт, әлбиттә. Ҡатай, Әйле, Дыуан ырыуҙары вариҫтары дуҫлығы бик хуш!
Әммә асылды, тарихыңды белмәү, шәжәрәңде боҙоу, йәштәргә хата мәғлүмәт биреү ныҡ эсте бошора. «Аллағужа Алағуз Абзай Мәсәк Йосоп Ҡыйғы» берләшмәһе “Дуҫтар!!! Халҡыбыҙ тарихын бергәләп һаҡлайыҡ!!!» тип оран һала. Оранға тоғро булыу сауаплы ла бит. Әммә беҙҙе шаҡ ҡатырып, йыйынға ҡарата Ҡатай ырыуы тарафынан “Ҡыйғы ҡатайҙары, афарин!” тигән маҡтау яуҙырыла. ҮҙенТатарстандың Аҡтаныш егете тип танытҡан, инде Башҡортостанда көн иткән, беҙҙең тарихты белмәгән Ильяс Танбаев ошолай яр һалып, хаталы итеп яҙа: “Абзай һәм Мәсәктәк ҡатай тий бит, шәжәрәләрелә бар. Алағуздар яртылаш дыуан әйлеләр юҡ шикелле... Ҡыйғыла купселек ауылдар әйле, әммә Йосоп ауылы Ҡошсо ырыуы һәм Абзай һәм Мәсәк ҡатай ырыуы. Алағузда ҡатай менән дыуандар йәшәй... Ҡатай байрағын Алағуз ҡатайҙары элеп ҡуйған уже». Бына ишетмәгәнеңде – ишет! Айырыуса ҠЫЙҒЫ ҠАТАЙҘАРЫ тигән һөрән аптыратты... Боронғо шәжәрә бар, тиҙәр.Әгәр шәжәрә булһа, белгестәргә, ғалимдарға күрһәт, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына алып бар...
Тарихты боҙоуға ҡаршы Зөфәр Таһиров ошолай ти яҙа: “Мы алагузовцы--дуванцы рады проводить йыйын катайцев, как наших гостей. К сожалению, из-за некомпетентности молодежи деревни Алагуз, Абзай, части взрослого населения наших деревень, а также провокационных действий, так называемого "ядра" катайцев,, некоторые кигинские дуванцы непроизвольно, ошибочно приняли катайское происхождение. Хочу заметить, что "катайцы", по архивным документам, не имеют своего шежере . Поэтому, желая расширить значимость своего рода, они включили в свой племя (ҡәбилә)некоторые деревни тамьянцев, айлинцев, дуванцев и нескольких других родов. Такой подход приводить к раздроблении башкирского народа. К сведению читателей довожу, что дуванцы были и остаются самым крупным подразделением башкирского этноса, включающего около десятка районов республики ( сотни деревень Башкортостана)».
ҠЫЙҒЫ РАЙОНЫНДА БЕР ГЕНӘ ҠАТАЙ АУЫЛЫ ЛА ЮҠ. КҮСЕП КИЛГӘН БЕР-НИСӘ ҒАИЛӘ, КИЛЕНДӘР ГЕНӘ БАР.
Хатта ки Балаҡатай районында ла ауылдар Әйле, Дыуан, Ҡошсо һәм бер генә Балаҡатай олоҫтарының аҫаба ерҙәрендә һалынған. Унда Балаҡатай ырыуы ауылдары Билән, Ҡараҡай, Масҡара (Әнгәстәк), Апут,Ураҡ, Юдаш, Үтәш...
Архивтарҙа раҫланған Ҡыйғы районы тарихына күҙ һалайыҡ:
«Все населенные пункты Кигинского района Республики Башкортостан возникли на вотчинных землях башкир. С конца 60-х годов XIX в. эти поземельные волости превратили в территориальные с названиями некоторых населенных пунктов (Айлинская, Верхне-Кигинская, Дуван-Мечетлинская).
К Айлинской волости принадлежали следующие башкирские села и деревни: Абдрезяк, Сюрбай, Асылгужа, Кулбак, Сюрбай, Кургаш, Идрис, Тугузлы.
К Дуванской волости относились 4 деревни: Абзай (Уртаул), Алагуз (Кабыл), Масяк, Юсуп.
Тырнаклинская волость объединяла деревни, находящиеся сегодня на территории данного района: Сагадей (Сутуш), Ибрай (Сунка), Мухамет, Ягун.
На башкирских вотчинных землях были основаны села и деревни мишарей и тептярей. Башкиры Тырнаклинской волости на определенных условиях припустили мишарей сел и деревень Верхние Киги, Душанбика (Халил), Вакияр (Гумер), Еланлы, Юкаликуль, Кульмет. Башкиры-вотчинники Мурзаларской волости приняли мишарей и тептярей сегодняшнего села Нижние Киги.
На земле башкир Дуванской волости возникли русские села Леуза и Сарагул.
Ревизии и учеты населения в течение 200 лет (с 1795 года по 1989 год) выявляли и подтверждали башкирское происхождение жителей следующих сел и деревень: Абзай, Масяк, Абдрезяк, Асылгужа, Верхний Лапас, Кулбак (Сатай), Сюрбай (Самар), Юнус, Сагир, Ибрай, Новый Мухамет, Старый Мухамет, Ягун, Юсуп, Алагуз (Кабыл), Идрис.
Вместе с тем жители некоторых населенных пунктов, в течение 200 лет считавшихся башкирскими, в последнюю советскую перепись 1989 г. отказались от своей национальности. Так, если башкиры д. Тугузлы (Старый Тугузлы) в 1795, 1816, 1834, 1850, 1859, 1870, 1897, 1902, 1912—1913, 1917, 1920, 1926, 1939, 1959, 1979 годах подтверждали свое этнонациональное происхождение, то в 1989 г. они все до единого человека, если можно так выразиться, утром проснулись представителями другого этноса. Между тем, в этом селении никогда не было владельцев земель, т.е. вотчинников из других этносов. Тугузлы — коренное население башкир-вотчинников Айлинской волости, которые сами участвовали в припуске мишарей и тептярей на свои владельческие земли»…
Ҡатай ырыуы йыйыны Дыуан Әйле ерендә мәҙәни аралашыу, милли үҙенсәлектәр менән уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелһә, ни әйтер инең. Ә дыуан әйлеләр ауылдарын ҡатайға бороу - яҙыҡ! Ҡатай ырыуы йыйынын күрше, йәнәштәге Балаҡатай районының Билән йәки Үтәш ауылында үткәреү дөрөҫ булыр ине. Ауыл йәштәре, Ҡыйғы районының мәҙәниәт бүлеге үҙҙәре тарихты, милли ерлекте белмәй тигән тойғо ҡала. Әйткәнебеҙсә, йәштәргә, үҫеп килгән быуынға хата мәғлүмәт биреү, тарихты боҙоп, туҙға яҙмағанды күрһәтеү һис кенә лә ярамай. Башҡоростандың төньяҡ-көнсығышы данлы Әйле ырыуы ойшоп йәшәгән изге төйәк!
МИН – ӘЙЛЕ
Ҡөҙрәтленән ҡөҙрәтле
Ырыуым минең – Әйле,
Бабам да – ғорур Әйле,
Нәҫелем азат йәнле,
Ерем йәмленән йәмле.
Арҙаҡлылар – Ҡол Ғәли,
Ялсығол әл-Башҡорди...
Тырнаҡлылар, мырҙалар,
Ҡошсо, Көҙәй, һыҙғылар –
Һыр бирмәгән ырыуҙар,
Баш эймәгән айҙарҙар.
Моңом – Урал, моңдашым,
Ҡошом – шоңҡар, юлдашым,
Тамғам – дан ай, ҡорҙашым,
Муйыл була ағасым,
Салауат, һай, ораным.
Ҡөҙрәт тауым – Янғантау,
Йылғаларым – Әй, Эҫем,
Йор Йүрүҙән, Ҡариҙел...
Тереһыуым – Ҡорғаҙаҡ –
Йөҙ йәшәргә – шифа-им.
Урал – атаң, инәң, тип,
Ҡарһүҙ әйткән Байығым.
Йәнтөйәгең – йәннәт, тип,
Ил ҡурсыған батырым,
Салауатым – аҫылым.
Әйле – теҙ сүкмәҫ атлы,
Саф исеме, намыҫы,
Ирек – даулар асылы,
Рухы – аҫаба затлы,
Шоңҡарындай ҡанатлы!
Яһилдарға буйһонмай
Мин дә талпынам шулай,
Йәнем алҡына ҡоштай...
Сәлимйән Бәҙретдинов, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, журналист