БЕР БАЛАНЫ МАШИНАМ МЕНӘН САҠ ТАПАТМАНЫМ... Эштән һуңлатып ҡайтып киләм. Арытҡан, йонсотҡан. Ауылда кәрәк ергә инеп сыҡтым да, төп урамдан барам. Ашығаһы түгел. Ҡайтып етелде бит инде. Өҫтәүенә, минең юл "главный", ҡайғыраһы түгел... Ҡапыл уң яҡтан ниҙер ятланы. Башты бороп та өлгөрмәнем, юлға минең дә машинанан тиҙерәк тиҙлектә бер бала велосипедта килеп сыҡты. Бахыр, тормозына баҫты, баҫыуға. Тик ундай тиҙлектә килгәндә тиҙ арала туҡтап буламы??? Нисек килде, шулай юлға килеп тә сыҡты. Минең машинаның ҡап ҡаршыһына... Тормозға йән көсө менән баҫам. Машина эсендә ни бар, барыһы ла иҙәнгә оса. Шулай ҙа, тимер ат һынатманы. Туҡтаны. Малай велигында тиҙлеген кәметеп тә тормай ҡурҡышынан ары һыҙҙы... Башта һуңлап килгән ҡурҡыу, шунда уҡ еңеллек... Аҙаҡтан тағы ҡурҡыу. Ә туҡтап өлгөрмәгән булһам??? Был бала имен-аман ҡотолған булыр инеме икән? Кем ғәйепле булыр ине??? Улмы, минме? Оло кеше булараҡ, миндер инде... Бер-бер хәл булһа, ата-әсәһе күҙенә нисек ҡарар инем??? Үҙемдең дә балалар үҫеп килә бит... Эй, Алла... ВК-лағы ауыл төркөмөнә, ата-әсәләргә фәһем булһын тип яҙма һалдым да, тағы уйға баттым. Хоҙай һаҡлаһын ундай хәлдәрҙән. Малайҙың фәрештәһе һаҡлап ҡалды. Бүтән улай итмәҫ, тип өмөтләнәйек...

Теги других блогов: продвижение SEO Google